Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

1 апрелдә Рәсәйҙә Ҡораллы көстәргә яҙғы саҡырыу башлана

Сәйәсәт

1 апрелдән 15 июлгә тиклем Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу үтәсәк. Был юлы ил буйынса 18-27 йәштәрҙәге – 270 мең, Башҡортостандан 8 меңдән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ.

Республиканың хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Марат Мәһәҙиевтың әйтеүенсә, саҡырыу комиссияларына тәү сиратта әүәлерәк хәрби хеҙмәтте кисектереү хоҡуғы менән файҙаланған өлкәнерәк йәштәге граждандар саҡырыла. Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар һәм 18 йәше тулған мәктәп уҡыусылары уҡыу тамамланғанға тиклем хеҙмәттәрен кисектерә ала.  

Бөгөнгө көндән башлап хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар медицина комиссиялары үтә башлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть