Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Пермь башҡорттары делегацияһы Өфөгә килде

Сәйәсәт

Хакимиәт етәксеһе — Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сергей Ибраев етәкселегендәге Барҙым районы делегацияһының БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина менән әңгәмәһе Пермь крайының Барҙым районы (башҡорттар компактлы йәшәгән район) менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективаларына арналды.  

Пермь крайында 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, уларҙың 17 меңе Барҙым районында тыуып үҫкән.  

Район халҡы Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә. Йыл һайын үткәрелгән «Барҙа йыйыны» байрамы ла мәҙәни хеҙмәттәшлектең бер өлөшө була ала.

– Быйыл беҙ Башҡортостан Республикаһы делегацияһын да үҙебеҙҙә ҡунаҡта күреүебеҙгә шат булыр инек, – тине Сергей Ибраев.

Зөһрә Рәхмәтуллина үҙ сиратында 1995 йылдағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр, төбәк-ара фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе яңыртыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, ул артабан төбәктәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүенең нигеҙенә әйләнергә тейеш.

Осрашыу дауамында мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләрҙән тыш «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә хеҙмәттәшлек перспективалары ла тикшерелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть