Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ғилми эштәр конкурсы еңеүселәре бүләкләнәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары һәм фән учреждениеларының йәш ғалимдары араһында иң яҡшы ғилми эшкә конкурс тамамланды. «Мәғариф. Фән. Карьера-2011» 11-се махсус күргәҙмәһе – мәғариф форумын ябыу сиктәрендә еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтәсәк.

Жюри ҡатнашыусыларҙы техник фәндәр, гуманитар фәндәр, тәбиғәт фәндәре, инновациялы инженер-техник проекттар кеүек дүрт йүнәлеш буйынса баһаланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, йыл һайын был конкурс фундаменталь һәм ғәмәли фәндәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф өлкәһендәге инновацион инфраструктураны камиллаштырыу маҡсатында ойошторола.

Бүләкләү тантанаһы 1 апрелдә 16 сәғәттә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Конкурс еңеүселәре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте http://bash.rosmu.ru/activity/announces/424.html сайтынан алырға мөмкин.

Теги: йәштәр,фән
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть