10 декабрь, Шәмбе

31 март 2011 йыл, 17:14

Төҙөлөш комплексында эш хаҡы буйынса бурыс 4 млн һумдан ашҡан

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың төҙөлөш тармағында ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс дүрт миллион һумдан ашҡан. Металға ҡарамаған минераль продукттар сәнәғәтендә – 4991 мең һум. Ҡайһы бер ойошмаларҙа социаль характерҙағы түләүҙәрҙең кәметелеүе күҙәтелгән. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Төҙөлөш комплексының 47 ойошмаһында беренсе разрядлы эшсенең тариф ставкаһы һуңлатып индексацияланған. Быйылғы йылдың 1 ғинуарына ҡарата ул Республика өс яҡлы комиссияһы менән билдәләнгән норманан түбән. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса программалар ҙа әүҙем әҙерләнмәгән. Хеҙмәт һаҡлау талаптарын боҙоу осраҡтары ла теркәлгән.