Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанды яҡын арала иҡтисадтың ҙур үҫеше көтә - Standard & Poor's

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Республика йортонда Standard & Poor's рейтинг агентлығы аналитиктары менән осрашты.

— Беҙ Башҡортостан Республикаһы менән күп йылдар дауамында эшләйбеҙ, — тине осрашыуҙан һуң үткән брифингыла агентлыҡ вәкиле Борис Копейкин. — Әле бында инвесторҙар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә бихисап үҙгәрештәр бара, ә идаралыҡҡа килгәндә — барлыҡ ошо мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн бөгөн беҙ республика етәкселеге менән осраштыҡ та инде.

Төбәккә рейтинг нимәгә, тигән һорауға яуап итеп, аналитик, тәү сиратта бюджет аҡсаларын экономиялау өсөн, тип яуап ҡайтарҙы:  

— Рейтингының булыуы, айырыуса юғары рейтингының, республикаға экономияларға,  ә экономияланған аҡсаларҙы, мәҫәлән, яңы мәктәптәргә, дауаханаларға, эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә.  

Әлеге ваҡытта Standard & Poor's Рәсәй Федерацияһының 19 субъектының рейтингыһын күҙәтеп бара.

— Был яртыһынан да аҙыраҡ, ләкин бында иң көслө, үҫеште маҡсат итеп ҡуйған төбәктәр генә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Борис Копейкин. — Һәм ошо 19 субъекттың ни бары дүртеһенең рейтингыһы Башҡортостан Республикаһыныҡынан юғарыраҡ: был Мәскәү һәм Санкт-Петербург, шулай уҡ нефть һәм газдың төп ресурстары тупланған Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары.  

Шулай итеп агентлыҡ республиканы ныҡ юғары баһалай. Әммә рейтинг ағымдағы хәлдәр торошон ғына һүрәтләмәй — иң элек был перспективаға ҡараш.

— Республиканы алдағы бер нисә йылда юғары үҫеш күрһәткестәре көтә, улар Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Шулай булғас, беҙ ошо көтөлгәндәрҙе лә рейтинг кимәле тураһында ҡарарҙарыбыҙҙа иҫәпкә аласаҡбыҙ, — тип белдерҙе Борис Копейкин. — Яҡын арала иҡтисадтың үҫешәсәге шул иҫәптән бюджетҡа керемдәр артыуын да, сығымдарҙы финанслау, бурыстарҙы ҡаплау мөмкинлеген дә аңлата. Әйткәндәй, әлеге мәлдә Башҡортостандың бурысы  күп түгел, резервтары хәтһеҙ ҙур.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть