8 декабрь, Кесе йома

31 март 2011 йыл, 15:11

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн онкология үҙәге ойоштороласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн онкология үҙәге ойоштороласаҡ, тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия һәм онкология кафедраһы мөдире, БР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты профессор Шамил Ганцев Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Һаулыҡ һаҡлау һәм экология буйынса комиссияһы менән ойошторолған «Дауалауға ҡарағанда, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүе еңелерәк» түңәрәк өҫтәле ултырышында.

Рәсәйҙә Светлана Медведева фондының ҡатын-ҡыҙҙар һаулығына ориентирланған онкология үҙәктәрен ойоштороу буйынса проекты ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Өфө табиптары ла был программаға ҡушылырға һәм ошондай уҡ учреждениены Өфөлә асырға ҡарар итте. Шамил Ганцев, Башҡортостанда бындай үҙәк булдырыу өсөн бөтөн шарттар ҙа бар: квалификациялы кадрҙары ла, юғары технологиялар ҙа, һәр яҡлап ярҙам да етерлек, тип иҫәпләй.

– Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн онкология үҙәге Өфөләге Онкология ауырыуҙарын профилактикалау клиникаһының эшен ҡабатламаясаҡ, — тине Шамил Ганцев. — Үҙәктә кешелә яман шеш ауырыуы билдәләре табылғанға тиклем диагностика үтеү мөмкинлеге буласаҡ. Шулай уҡ был үҙәктә ҡатын-ҡыҙҙарҙың генетик паспорттары мотлаҡ һаналасаҡ һәм билдәле тән туҡымаларын күсереп ултыртыуға бәйле нанотехнологиялар нигеҙендә өсөнсөл профилактика мәсьәләләре эшкәртеләсәк.

Онкология үҙәгендә һөт биҙҙәре яман шешен дауалауға һәм иҫкәртеүгә  айырым иғтибар бүленәсәк.

Профессор һүҙҙәренсә, Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн онкология үҙәге ойоштороу проекты республика Президенты Рөстәм Хәмитовта, «Берҙәм Рәсәй» партияһында, БДМУ һәм бихисап йәмәғәт ойошмаларында хуплау тапҡан. Үҙәк федераль ҡаҙна, Светлана Медведева фонды һәм Яман шешкә ҡаршы көрәш фонды иҫәбенә финансланасаҡ.