9 декабрь, Йома

31 март 2011 йыл, 13:36

Экология буйынса яңы интернет-портал асылды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда төрлө предприятиеларҙы, ойошмаларҙы, ведомстволарҙы, шулай уҡ профессиональ экологтарҙы һәм, әлбиттә, урындағы халыҡты бер мәғлүмәт киңлегендә берләштерәсәк экологик интернет-портал барлыҡҡа килде.

Донъяға экологик күҙлектән ҡарауҙы популярлаштырыу, экология тураһында мәғлүмәт таратыу һәм алмашыу буйынса һөҙөмтәле селтәр булдырыу был мәғлүмәт сығанағының төп бурыстары булып тора, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.  

www.ecorb.ru төбәк экологик интернет порталы «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы инициативаһы менән ойошторолған. «Тәбиғәт» предприятиеһы директоры урынбаҫары Геннадий Каталов фекеренсә, портал халыҡ иғтибарын республикалағы экология проблемаларына йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.

— Беҙҙең проект хеҙмәттәшлек өсөн асыҡ, —ти Геннадий Каталов. – Беҙ сайт контентын тулыландырыу маҡсатында йәмәғәт ойошмалары һәм экология фондтары менән бәйләнештәрҙе киңәйтергә ниәтләйбеҙ.  

Үҙ сиратында, Ижтимағи экологик совет Башҡортостанда бындай интернет-портал ойоштороуҙы маҡсатҡа ярашлы тип тапты һәм БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына, шулай уҡ совет ағзаларына тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә көнүҙәк мәғлүмәттәрҙе сайтҡа ҡуйыу өсөн даими ебәреп торорға тәҡдим итте.