Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Йәш гвардияһы йәшерен казиноларға ҡаршы көрәш башлай

Йәмғиәт

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе Башҡортостан Республикаһындағы йәшерен казиноларға ҡаршы көрәш башлай. Йәш гвардиясылар төбәк биләмәһендә уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу буйынса әүҙем эш алып барырға ниәтләй.  

Был маҡсатҡа ирешеү өсөн «ЙәшГвардия»ның төбәк бүлексәһе «ҡыҙыу линия» асты, уның буйынса эшләгән казинолар тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Ҡыҙыу линияның телефоны: 266-71-87. Электрон почта: casino@mger02.ru

Бынан тыш, ufabezcasino.ru сайты асылған, унда акция хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышырға һәм эшмәкәрлеген туҡтатмаған ҡомарлы уйын йорттары тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Үҙ эшенең һөҙөмтәһен «Йәш Гвардия» фотоһүрәттәр һәм видео менән тулыландырылған иҫәп-хисап формаһында күрһәтәсәк, улар республиканың башҡарма власть органдарына тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть