10 декабрь, Шәмбе

31 март 2011 йыл, 12:32

Башҡортостан ҡалаларында энергияны һаҡсыл файҙаланыусы яҡтыртҡыстар ҡуйыла

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Башҡортостан ҡалаларында энергия һаҡлаусы яҡтырҡыстар йышыраҡ ҡуйыла башланы. Атап әйткәндә, Бәләбәй ҡалаһында ошондай хәл күҙәтелә. Бында «Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тышҡы яҡтыртыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү буйынса бригада коллективы быйылғы йылдың беренсе кварталында ҡала урамдарында 120-нән ашыу яҡтыртҡыстарҙы алмаштырҙы, урамдарҙа хәҙер электр энергияһын ярайһы ныҡ экономияларға мөмкинлек биреүсе лампалар тора. Улар иҫке, терегөмөшлө лампаларҙы алмаштырған. Әлеге ваҡытта яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу буйынса ошондай уҡ эштәр Горохов урамында ла тамамлана, тип хәбәр итә «Белебеевские известия» гәзите.  Унан һуң энергетиктар башҡа урамдарға һәм шәхси йорттар төҙөлгән яңы биҫтәләргә күсәсәк. Лампалар һәм яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу энергияны һаҡсыл файҙаланыу тураһындағы федераль законға ярашлы алып барыла һәм Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте менән «Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында төҙөлгән муниципаль килешеүҙә сағылыш тапҡан.