8 декабрь, Кесе йома

31 март 2011 йыл, 11:20

Башҡорт медицина колледжы студенты Земфира Ишморатова – Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ҡазан медицина колледжында Волга буйы федераль округындағы медицина һәм фармацевтика мәғариф учреждениеларының «Лаборатор диагностика» белгеслеге буйынса белем алған сығарылыш студенттары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы тамамланды. I урынды унда Башҡорт медицина колледжы студенты Земфира Ишморатова алды.

Сарала ҡатнашыусылар ижади потенциалы, теоретик белемдәре кимәле һәм практик оҫталығы кеүек критерийҙар буйынса баһаланды. Өйгә эш сифатында конкурсанттар тамашасылар һәм баһалама ағзалары иғтибарына «Донъяның иң яҡшы лабораториялары» темаһына мультимедиялы презентациялар тәҡдим итте.

Земфира Ишморатова конкурс программаһы дауамында алдынғы урындарҙа килде. Был Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белгестәр әҙерләү кимәленең юғары булыуы хаҡында һөйләй, тип иҫәпләйҙәр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Конкурста Йошкар-Ола, Киров, Медногорск, Түбәнге Новгород, Ульяновск, Өфө, Ҡазан ҡалаларының медицина колледждары вәкилдәре ҡатнашты.