9 декабрь, Йома

31 март 2011 йыл, 9:06

БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының функциялары артты

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралығының Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы итеп үҙгәртелеүе –  алтаҡтаны алмаштырыу ғына түгел. Уҙған йылда булып үткән үҙгәртеп ҡороуҙар яңыртылған ведомство эшмәкәрлегенә бер нисә принципиаль үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙер киң коммуникациялар һәм нәшриәт-полиграфия эшмәкәрлегенән тыш, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы компетенцияһы элемтә һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары тармағы иҫәбенә лә киңәйтелде.

Был хаҡта шаршамбы көндө 2010 йылдағы эш йомғаҡтарына һәм быйылғы йылдағы бурыстарға арналған ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов һөйләне.  

Бынан тыш, тәү сиратта дәүләт структураларының рәсми сайттары эше өсөн, атап әйткәндә, халыҡ менән кире бәйләнеш өлөшөнә яуаплы орган булараҡ, министрлыҡ халыҡҡа электрон төрҙә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү кеүек мөһим эште атҡара.

— Беҙ властың халыҡ өсөн яҡыныраҡ булыуы, уның интернет селтәрендә тәғәйен урын алыуы яҡлы, — тип белдерҙе Борис Мелкоедов.