11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2011 йыл, 17:26

Йәйге лагерҙарҙа балалар ялын 18 көнгә ҡалдырырға ниәтләйҙәр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагерҙарҙа ял итеү ваҡытын 21 көндән 18 көнгә тиклем ҡыҫҡартыу планлаштырыла. Бындай тәҡдимде Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов әйтеп ишеттерҙе.

Уның фекеренсә, бындай сара өс заезд урынына дүртәүҙе ойошторорға мөмкинлек бирәсәк, тимәк, лагерҙарҙа күберәк балалар ял итә аласаҡ. Бынан тыш, сменаларҙың оҙайлылығын ҡыҫҡартыу юлламаларҙың хаҡында ла сағыласаҡ һәм балалар ялы өсөн республика халҡының ҙур өлөшө түләй аласаҡ.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияның координаторы Фидус Ямалетдинов та лагерҙа ял итеү осорон ҡыҫҡартыуҙы хупланы. Уның билдәләүенсә, лагерҙарҙың күбеһендә балаларҙы өс-дүрт көнгә иртәрәк ҡайтарыу практикаһы ҡулланыла. Шуға күрә лагерь сменалары оҙайлылығын ҡыҫҡартыу тәҡдиме индереләсәк. Иң мөһиме, был осраҡта Роспотребнадзор яғынан ҡаршылыҡ булмаһын.

темалар: балалар ялы