9 декабрь, Йома

30 март 2011 йыл, 16:36

Башҡортостанда йөк транспорты хәрәкәте сикләнә

автор: Ольга Мортазина

Республика территорияһында ауыр йөк ташыусы машиналар хәрәкәтен ваҡытлыса сикләүҙәр көсөнә инә. Яҙғы юл өҙөклөгө осоронда юлдарға төшкән ауырлыҡ юл япмаһын боҙа, шуға ла күп тонналы йөк машинаһында үтергә теләгәндәр пошлина түләргә тейеш.

Төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа сикләүҙәр 5 апрелдән 5 майға тиклем индерелә. Рөхсәт ҡағыҙҙары БР Юл хужалығы идаралығында бирелә.

Өфөлә сикләүҙәр 28 марттан 26 апрелгә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Махсус рөхсәтте Өфө хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан алырға мөмкин.

Федераль трассаларҙа ауыр йөк тейәгән автотранспорт хәрәкәте 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем сикләнә. Рөхсәтте Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль магистрале идаралығы бирә.

— Сикләүҙәр халыҡ-ара йөк ташыуҙарға, бөтә төрҙәге пассажирҙар транспортына, малдарҙы, дарыу, орлоҡ, ашламалар, аҙыҡ-түлекте транспортлауға ҡағылмай, — тип аңлаттылар БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәтенән. — Шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм армия йөктәренә лә сикләүҙәр юҡ.