2 декабрь, Йома

30 март 2011 йыл, 15:56

Фидус Ямалетдинов: «Башҡортостанда ярлылыҡ менән көрәш буйынса бар саралар ҙа күреләсәк»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан халҡының 11 проценты ярлылыҡ сигендә йәшәй. Был килемдәре йәшәү минимумынан түбән булған кешеләр. Мәсьәлә Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында тикшерелде.  

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов һүҙҙәренсә, социаль партнерлыҡ яҡтары 2008-2010 йылдарға иҫәпләнгән БР Профсоюздар федерацияһы, БР Хөкүмәте һәм эш биреүселәр берләшмәләре араһындағы Республика килешеүе сиктәрендә алынған социаль йөкләмәләрҙең барыһын да тиерлек үтәгән.

Ҡуйылған бурыстарҙың бер нисәүһе генә үтәлмәй ҡалған. Шуларҙың береһе – табыштары йәшәү минимумынан түбән булған халыҡ өлөшөн кәметеү. 2010 йыл аҙағына бындай кешеләр иҫәбе республика халҡының 10 процентынан артмаясаҡ, тип планлаштырылған ине. Ләкин ундайҙар бөгөн күберәк.

Планлаштырылғанса, 2011 йылға иҡтисади әүҙем халыҡ араһында теркәлгән эшһеҙлек кимәлен 1,3 процентҡа кәметеүгә лә өлгәшелмәгән. Был күрһәткес ике процент тәшкил итә.

Владимир Балабанов әйтеүенсә, ярлылыҡ сигендә йәшәгән халыҡ менән бер рәттән, Башҡортостанға дөйөм алғанда эш хаҡының етерлек күләмдә булмауы ла көнүҙәк булып ҡала. Эш хаҡы беҙҙә Волга буйы федераль округындағы күп төбәктәргә ҡарағанда кәмерәк. Миҫал өсөн, Татарстанда, Пермь крайында, Нижегородка һәм Һамар өлкәләрендә уртаса эш хаҡы Башҡортостанға ҡарағанда юғарыраҡ.  

БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокиндың билдәләүенсә, республика эш хаҡы кимәле буйынса Рәсәйҙә бөтөнләй 40-сы урында тора, бөтөн ил буйынса күрһәткестәрҙе ҡарағанда, эш хаҡы беҙҙә дүрттән бер өлөшкә кәмерәк.  

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияның координаторы Фидус Ямалетдиновтың әйтеүенсә, республика етәкселеге 2011 йылдың икенсе кварталында ярлылыҡ менән көрәш һәм халыҡ табыштары дифференциацияһын кәметеү буйынса бөтөн сараларҙы ла күрергә ҡарар иткән.