11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2011 йыл, 15:03

Водителдәрҙе наркотиктарға тикшерәләр

автор: Ольга Мортазина

30 марттан 6 апрелгә тиклем Башҡортостанда «Автобус» операцияһы үткәрелә. Наркоконтроль, ЮХХДИ һәм табип-наркологтар пассажирҙар транспорты водителдәрен эш ваҡытында наркотиктар ҡулланыу-ҡулланмауға тикшерәсәк. Киң күләмле сараларҙан тыш, бындай иҫкәртеү эше план буйынса үткәрелә, тип хәбәр иттеләр наркополициянан.

— 2010 йылда 34 предприятиела 1082 хеҙмәткәр тикшерелгән һәм дүртеһенең психикаға тәьҫир итеүсе матдәләр ҡулланыуы асыҡланған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары йүнәлтмәһе буйынса наркология учреждениеларында 27 897 автотранспорт водителе тикшерелгән, 78 кешенең наркотиктарҙан иҫергән хәлдә булыуы асыҡланған. Уларҙың яртыһынан күберәге опиаттар ҡулланған, — тип мәғлүмәт бирҙе Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Константин Максимов.