Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда территориаль планлаштырыуға 47 млн һум бүленәсәк

Иҡтисад

«Башҡортостан Республикаһы территорияһын 2009-2014 йылдарға территориаль планлаштырыу документтары менән тәьмин итеү» республика маҡсатлы программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ағымдағы йылға Республика адреслы инвестиция программаһы менән ҡаралған средстволарҙы бүлеү тураһында БР Хөкүмәте бойороғо әҙерләнгән. Программалы сараларға ярашлы, ул республиканың айырым муниципаль берәмектәре буйынса территориаль планлаштырыу документтарын эшләүҙе күҙ уңында тота. 47 миллион һум күләмендә аҡса бүленә.

«Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Фидарис Багаевтың хәбәр итеүенсә, бүленгән средстволарға быйыл 13 муниципаль райондың территориаль планлаштырыу схемаһын эшләүҙе тамамлау планлаштырыла. Бынан тыш, һуңынан Башҡортостандың Белорет һәм Тәтешле райондары схемаларын әҙерләү өсөн проект-тикшеренеү эштәрен башҡарыу көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть