Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Аҡ ладья-2011» тамамланды

Йәмғиәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар йорттары һәм мәктәп-интернаттар командалары араһында барған «Аҡ ладья-2011» республика балалар шахмат турниры тамамланды.

Октябрьскийҙың 3-сө гимназияһы командаһы «ҡала мәктәптәре араһында» номинацияһында сираттағы тапҡыр еңеү яулап, кубокка эйә булды, тимәк, ул артабан Башҡортостан исеменән ошондай уҡ исемдәге бөтә Рәсәй ярыштарында сығыш яһаясаҡ. 93-сө Өфө гимназияһы уҡыусылары икенсе урында. «Аҡ ладья — 2009» еңеүселәре, 2010 йылдағы турнирҙың көмөш призерҙары — Өфөнөң 3-сө гимназияһы командаһы быйыл өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде.

Ауыл командалары араһында өсөнсө урынды Борайҙың 2-се гимназияһы командаһы алһа, икенсе урында — Федоровка ауылының 2-се урта мәктәбе командаһы, беренсе урын — йәнә Раевка лицейы уҡыусыларында. Таҡталарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән үҫмерҙәр ҙә айырым бүләкләнде.

Теги: шахмат
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть