9 декабрь, Йома

30 март 2011 йыл, 12:39

Константин Толкачев Закондар сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышында ҡатнаша

автор: Марина Шумилова

30 мартта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Пермдә барған Волга буйы федераль округы Закондар сығарыу органдары ассоциацияһы ултырышында ҡатнаша, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

Ултырышта ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округы төбәктәрендә мәғлүмәт йәмғиәте үҫеше мәсьәләләрен тикшерә. Тема буйынса фекер алышыу сиктәрендә Пермь крайының был өлкәләге тәжрибәһе нигеҙендә «Пермь крайының электрон хөкүмәте», «Пермь крайы законының электрон паспорты» һәм башҡа дәүләт власы органдары эшмәкәрлегендә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу тураһында докладтар тәҡдим ителәсәк.