Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың тау саңғыһы спортсылары миҙгелен тамамланы

Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының “Олимпик-Парк” спорт комплексында саңғы һөйөүселәр араһында тау саңғыһы буйынса Башҡортостандың асыҡ кубогы финалы үтте. Ярышты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы ойошторҙо.

Бүләкләү тантанаһында һәм Башҡортостан асыҡ кубогының етенсе этабын асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, БР Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Андрей Поляков ҡатнашты.

Күптән түгел республиканың йыйылма командаһы, саңғы һөйөүселәр араһында тау саңғыһы буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, беренсе урын алғайны.

Рөстәм Хәмитов тау саңғыһын һөйөүселәр араһында Рәсәй чемпионаты титулын яулаған спортсыларға дипломдар тапшырҙы.

Тау саңғыһы буйынса Башҡортостан асыҡ кубогының финал ярыштарында ҡатнашыу өсөн Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Октябрьский ҡалалары һәм Бүздәк районы, шулай уҡ Магнитогорск, Усть-Ҡатау, Норильск командалары килде. Барлығы 64 спортсы ҡатнашты.

Әлеге этапта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Өфөлө Эльвира Матюша, ир-егеттәр араһында Дмитрий Пещур еңде. Төрлө йәш төркөмдәрендә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан  Эльвира Матюша, Марина Бочарникова, Кристина Коваленко, ә ирҙәр араһынан Вячеслав Астахов, Виктор Михайлов, Сергей Громыхалин, Рөстәм Ғизәтуллин, Александр Ишмаев, Азат Рәхмәтуллин, Андрей Манохин 2010/2011 миҙгеле Башҡортостан кубогын яуланы. Ҡала командаларынан беренсе урында  – Өфө (569 мәрәй), икенсе урында – Белорет (146 мәрәй), өсөнсө урында – Стәрлетамаҡ (98 мәрәй).

Башҡортостан кубогын үткәреү йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тау саңғыһы үҙәге һайланды. Ул – Өфөнөң “Олимпик-Парк”ы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть