3 декабрь, Шәмбе

30 март 2011 йыл, 11:43

«Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле Төркиәлә халыҡ-ара фестивалдә күрһәтеләсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле Төркиәлә «Мең һулыш һәм бер тауыш» халыҡ-ара театр фестивалендә күрһәтеләсәк. Ул 14-25 апрелдә Конья ҡалаһында үтәсәк. Был хаҡта Башҡорт драма театрында үткән матбуғат конференцияһында театр директоры Хөрмәтулла Утәшев белдерҙе.

Уның билдәләүенсә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән схнәләштерелгән күренекле ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормошо һәм ғилми эшмәкәрлеге тураһындағы тарихи драма осраҡлы һайланмаған.

— Мәғлүм булыуынса, уҙған 2010 йылда бихисап төрки илдәрендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуы билдәләнде. Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһында (ТӨРКСОЙ)  тәүге тапҡыр 2010 йыл Әхмәтзәки Вәлиди Туған йылы тип иғлан ителде. Ошоноң менән бәйле Төркиәлә һәм тағы бер нисә ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, төрлө саралар үткәрелде. «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле ҡуйылыуы ла шуларҙың береһе, — тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Спектакль ысынбарлыҡтағы тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнгән һәм Зәки Вәлидиҙең үҙенең хәтирәләре формаһында бирелә. Бында тамашасылар алдында бөйөк ғалим тормошоноң иң мөһим осорҙары кәүҙәләндерелә, һәм был ваҡиғаларҙың күбеһе Төркиәлә булып үткән. Тап ошо, күрәһең, театр форумын ойоштороусыларҙың ҡарарына йоғонто яһағандыр ҙа.

темалар: фестивалдәр