Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 104 мең пенсионер 1 апрелдән яңы күләмдәге социаль пенсиялар аласаҡ

Иҡтисад

Ағымдағы йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар 10,27 процентҡа арттырыласаҡ. Башҡортостанда арттырыу суммаһы пенсионерҙың категорияһына ҡарап 405 һумдан 953 һумға тиклем тәшкил итәсәк. Бығаса социаль пенсиялар ике этапта индексланып килде: 1 апрелдән индексация уҙған йылда тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙың күпмегә артыуын иҫәпкә алып үткәрелә торғайны, ә икенсе этапта, ул ғәҙәттә өс айҙан һуң, 1 июлдә башланды, өҫтәмә индекслау үткәрелде. Быйыл был схемаға төҙәтмәләр индерелде һәм, 2011 йылдан башлап, социаль пенсиялар пенсионерҙың уҙған йылдағы йәшәү минимумы үҫеше темптарын иҫәпкә алып 1 апрелдән йылына бер тапҡыр индексланасаҡ.    

Билдәләнгән датанан дәүләт пенсия тәьминәте һәм өҫтәмә матди тәьминәт буйынса пенсиялар артасаҡ, уларҙың күләме социаль пенсияның тейешле күләменән сығып билдәләнә. Уларҙы саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләре, радиацион һәм техноген һәләкәттәр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандар ала.

Ике пенсия алыусыларҙың үрҙә күрһәтелгән коэффициентҡа береһенең — дәүләт пенсияһының күләме артасаҡ. Уларға хәрби хеҙмәттә имгәнеүе арҡаһында инвалидлыҡ алған кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, «Блокадалағы Ленинградта йәшәүсегә» билдәһе менән бүләкләнеүселәр һәм инвалидтар, шулай уҡ һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тол ҡатындары һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынып, хеҙмәт осоронда һәләк булған (вафат булған) хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре ҡарай.

Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасы Фоат Хантимеровтың әйтеүенсә, 1 апрелдән яңы күләмдәге пенсияларҙы республикала дөйөм алғанда 104 мең пенсионер аласаҡ.

Шулай уҡ 1 апрелдән федераль льготниктарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр күләме лә  6,5 процентҡа арттырыласаҡ.  Улар беҙҙең республикала 385 мең кеше, тип хәбәр иттеләр РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть