4 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2011 йыл, 9:20

Башҡортостанда яҙғы субботниктар көтөлә

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 28 марттағы 268-р һанлы бойороғо менән, Башҡортостанда тораҡ пункттар биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр 9 апрелдән 21 майға тиклемге осорҙа үтәсәк, тип билдәләнгән.

Министрлыҡтарға, дәүләт комитеттарына, ведомстволарға, муниципалитет хакимиәттәренә, бөтә төр милектәге ойошмаларға, йәмәғәт берекмәләренә үҙҙәренә беркетелгән ихаталар, урамдар, юлдар, баҡсалар, парктар һәм территорияларҙы таҙартырға, төҙөкләндерергә һәм йәшелләндерергә тура киләсәк.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 10 июнгә өмәләргә йомғаҡ яһаясаҡ, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.  

Белешмә өсөн. Былтыр полигондарға һәм сүплектәргә 90 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелгән (яҡынса 409 мең кубометр). 1,5 миллиондан ашыу ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. 1,8 млн кв. метр самаһы юл япмаһы һәм 260 мең погон метр ҡойма, бина фасадтары һәм башҡа төрлө төҙөкләндереү элементтары ремонтланған.