Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Илдар Баһаутдинов: «Хәрби хеҙмәткә белгестәр оҙатыу буйынса план 100 процентҡа үтәлде»

Йәмғиәт

Башҡортостандың хәрби комиссариаттары 2010 йылда белгестәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу планын тулыһынса үтәне, тип хбәр итте республиканың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Илдар Баһаутдинов яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса инструкторҙар сборында.

— Рәсәй ғәскәрҙәренә йүнәлтелгәндәрҙең 12 процентының хәрби-техник белеме бар ине, ләкин был бик аҙ,— тип билдәләне Илдар Баһаутдинов. – Хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың 96 проценты хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре программаһы буйынса әҙерлек үтте. Ғәскәрҙәргә белгестәр оҙатыу буйынса план 100 процентҡа үтәлде.

Хәрби комиссар һүҙҙәренсә, 2010 хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса иң ҡатмарлы йыл булған. Шулай ҙа Хәрби комиссариаттың Благовещен, Стәрлетамаҡ, Ҡыйғы һәм Балаҡатай, Бүздәк һәм Благовар, Бишбүләк, Асҡын һәм Ҡариҙел райондары, шулай уҡ Өфөнөң Орджоникидзе, Калинин һәм Октябрь райондары йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть