10 декабрь, Шәмбе

29 март 2011 йыл, 13:46

Өфө һәм Өфө районы һәр береһе урамдарҙы яҡтыртыуға 15 миллион һум аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө ҡалаһы һәм Өфө районы тораҡ пункттарҙа урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыуға 15-әр миллион һум аласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғона 28 мартта ҡул ҡуйылды. Субсидиялар республиканың тораҡ пункттарында урамдарҙы яҡтыртыу системаларын ремонтлау, тергеҙеү һәм яңыһына алмаштырыу өсөн бирелә.  

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бюджет средстволары яҡтыртыу системаларын модернизациялау программаһын урындағы бюджеттарҙан өҫтәп финанслау шарттарында бүленә (50:50).  Республиканың 46 муниципаль берәмеге программала ҡатнашыуы хаҡында белдерҙе. Бүленәсәк бюджет средстволарының суммаһы район хакимиәттәре заявкаларынан тора. Муниципалитеттар тораҡ пункттарҙы яҡтыртыуға үҙҙәренең аҡсаларын үҙләштереп бөтөүҙәре хаҡында иҫәп-хисап бирмәй тороп, республика субсидиялары күсерелмәй.

Өфө һәм Өфө районы урамдарҙы яҡтыртыуға иң ҙур сумманы тотонорға әҙер. Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте был маҡсатҡа 14 миллион 600 мең һум йүнәлтергә ниәтләй. Стәрлетамаҡ ҡаҙнаһына тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау 14 миллион һумға төшәсәк.

Тораҡ пункттарҙа тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау программаһына ярашлы, республика ҡаҙнаһы субсидиялары күләме 95 млн 200 мең һум тәшкил итәсәк.