6 декабрь, Шишәмбе

29 март 2011 йыл, 13:16

Баймаҡ районы етәкселегендә үҙгәрештәр

автор: "Башинформ"

Баймаҡ районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 29 мартындағы ҡарарына ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Илшат Ситдыҡов тәғәйенләнде.

Илшат Ситдыҡов 1961 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. 1992 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1978 йылда Баймаҡ районының Һәүәнәк совхозы эшсеһе булараҡ башлай.

Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Йылайыр совхоз-техникумында уҡый, унда комсомол ойошмаһы секретары була.

1985 – 1991 йылдарҙа — Йылайыр совхоз-техникумында бүлексә идарасыһы, директор урынбаҫары.

1991 – 1995 йылдарҙа — Баймаҡ районы Һәүәнәк совхозы директоры.

1995 — 2001 йылдарҙа — Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәте башлығы.

2001 – 2011 йылдарҙа — «Баймаҡ» тәжрибә-етештереү хужалығы федераль дәүләт унитар предприятиеһы директоры.

2011 йылдың февраленән әлегә тиклем – Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.