6 декабрь, Шишәмбе

29 март 2011 йыл, 12:08

Германия компанияһын Башҡортостандың машиналар эшләү предприятиелары менән хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм иннновацион сәйәсәт министрлығында «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Ротор» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәренең Dreiling Maschinenbau GmbH (ФРГ) компанияһы етәкселеге менән ошо предприятиелар араһындағы ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлекте ойоштороуға бәйле һөйләшеүҙәр үтте.

Һөйләшеүҙәр барышында немец компанияһы «Ротор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшләнмәһе — ғәжәп еңел осоу аппараты менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Бынан тыш, Dreiling Maschinenbau вәкилдәре Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводының техник һәм технологик мөмкинлектәрен дә юғары баһаланы. Улар Стәрлетамаҡ заводына үҙҙәренең электрон һәм программа тәьминәтендәге компетенцияларын файҙаланып, эшкәртеү үҙәктәре етештереү буйынса берлектәге проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итте.

Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә өлгәшелгән килешеүҙәрҙе нығытыусы протоколдарға ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан.