9 декабрь, Йома

29 март 2011 йыл, 11:10

Апрелдә Өфөлә коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте тормошҡа ашырыу буйынса парламент тыңлауҙары үтәсәк

автор: Марина Шумилова

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Башҡортостан Республикаһында коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте тормошҡа ашырыуға арналған парламент тыңлауҙарына әҙерлек алып барыла. Тыңлауҙар Өфөлә 13 апрелдә үтәсәк.

Унда республика парламенты депутаттары, БР Президенты Хакимиәте, республика Хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Башҡортостандың ҡала округтары һәм муниципаль райондары хакимиәттәре, фәнни берләшмәләр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Парламент тыңлауҙарында Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаттарының да ҡатнашыуы көтөлә. Уҙған йылдың 4 декабрендә ҡул ҡуйылған Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһындағы протоколға ярашлы, ике республика парламентарийҙары закондар сығарыу процесын камиллаштырыуға йүнәлтелгән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерә.  

Парламент тыңлауҙарының һөҙөмтәләре буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк.