5 декабрь, Дүшәмбе

29 март 2011 йыл, 10:40

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының штаб-фатирында ҡурай моңо яңғыраны

автор: Әхәт Сәлихов, Әлфиә Әһлиуллина

Төркиәнең Истанбул һәм Анкара ҡалалары сәхнәләрендә бер нисә концерт күрһәткәндән һуң Башҡортостан артистары үҙ сығыштарын Америка Ҡушма Штаттарында дауам итте. Унда, Нью-Йоркта, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының штаб-фатирында тәүге тапҡыр Науруз байрамы билдәләнде. Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) менән ойошторолған концертта төрлө илдәрҙең сәнғәт оҫталары менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солистары ҡатнашты.

Башҡортостан артистары концертты асыу һәм ябыу тантаналарында сығыш яһаны. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: байрам концерты Азат Биксуриндың башҡорттарҙың яратҡан боронғо музыкаль инструменты – ҡурайҙа уйнауы менән асылды.