9 декабрь, Йома

29 март 2011 йыл, 10:14

Башҡортостан умартасылары яңы миҙгелгә әҙерләнә

автор: Светлана Ғәфүрова

Бөгөн Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Шаран районында умартасылар кәңәшмәһен үткәрә. Ул үҙенә күрә һөнәри оҫталыҡты күтәреү курсы ла булып тора. Ғилми үҙәк белгестәре бал ҡорттарын үрсетеүҙең яңы технологиялары хаҡында һөйләйәсәк, умарталыҡ участкаларын ҡуртымға алыу буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк, шулай уҡ бал биреүсе йүкә ағастарын ҡырҡыу проблемаһы ла тикшереләсәк. Кәңәшмәлә йәш умартасылар бал ҡорттары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау, умарталыҡта миҙгел эштәрен ойоштороу буйынса практик кәңәштәр ала аласаҡ.

Бындай кәңәшмә март уртаһында Ишембай районында үткәйне инде. Йәй алдынан белгестәр умартасыларға бал йыйыуҙы дөрөҫ ойошторорға ярҙам итә. Апрелдә бындай кәңәшмәләр Баймаҡ, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарында дауам итәсәк.  

темалар: умартасылыҡ