Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Еңеү көнөн байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 66 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә Өфөләге Еңеү паркының мемориаль комплексында сәскәләр һәм веноктар һалыу тантанаһы, шулай уҡ Конгресс-Холда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы тантаналы ҡабул итеү һәм байрам концерты үтәсәк. Тейешле бойороҡҡа кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Был сараларға әҙерлекте тәьмин итеү һәм үткәреү Өфө хакимиәте, БР Хәрби комиссариаты һәм Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советы менән берлектә республика Хөкүмәтенә йөкмәтелде.

БР Президенты Хакимиәтенә Башҡортостанда йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеү көнө менән ҡотлау открыткалары әҙерләү һәм тапшырыуҙы ойошторорға ҡушылды. Бынан тыш, муниципаль властарға һәм йәмәғәт берекмәләренә Еңеү көнөнә арналған мәҙәни саралар ойошторорға тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть