9 декабрь, Йома

29 март 2011 йыл, 9:25

Силәбе өлкәһендә «Уралым» төбәк төрки халыҡтары милли музыкаһы фестивале үтте

автор: Әлим Фәйезов

Уҙған шәмбелә Силәбе өлкәһе Еманжелинск (Яманйылға) ҡалаһының А.С. Пушкин исемендәге Мәҙәниәт һарайында йолаға әүерелгән «Уралым» төбәк төрки халыҡтары милли музыкаһы фестивале үтте. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбировтың хәбәр итеүенсә, быйыл фестиваль үҙенең географияһын да, жанр төрлөлөгөн дә киңәйткән. Фестивалдең ойоштороусылары булып Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы, өлкә халыҡ ижады үҙәге, Еманжелинск (Яманйылға) районы хакимиәте һәм бер нисә йәмәғәт ойошмалары сығыш яһаны.  

Фестивалгә Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһынан 200-ләгән ҡатнашыусы килде. Башҡортостан исеменән Өфө, Белорет, Әбйәлил районы вәкилдәре сығыш яһаны. Фестивалгә баһалама ағзаһы сифатында Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов саҡырылғайны, иң яҡшы сығыш яһағандарға ла ул маҡтау грамоталары тапшырҙы.    

Артистар тамашасыларҙы үҙҙәренең моңло тауыштары менән шатландырҙы, һәр коллектив үҙенсәлекле ине. Силәбе өлкәһенән «Айгөл» башҡорт халыҡ коллективы «Башҡортостан» бейеүе менән барыһын да хайран итте. Халыҡ йырҙары репертуары ла ярайһы бай булды. Был юлы башҡорт халыҡ инструменттары – ҡурай менән ҡубыҙ ҙа лайыҡлы күрһәтелде. Конкурс хореография, солистар һәм инструменталь башҡарыу кеүек өс номинацияла үтте.

«Уралым» фестиваленең 200-ҙән ашыу ҡатнашыусыһынан Гран-приҙы Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районынан «Ләйсән» коллективы яуланы, уларға ҡиммәтле бүләк бирелде. Күптәр лауреат дипломдары алды.

Жюри ағзаларының билдәләүенсә, быйылғы конкурста күберәк йәштәр ҡатнашҡан, шулай ҙа коллектив етәкселәренә һөнәри оҫталыҡ етеңкерәмәй, шуға ла вокал оҫталығы буйынса мастер-кластар ойошторорға кәрәк.

темалар: фестивалдәр