5 декабрь, Дүшәмбе

28 март 2011 йыл, 18:06

Йәрмәкәй районында сыуаш мәҙәниәте аҙналығы башланды

автор: Лилиә Ғиззәтуллина

Йәрмәкәй районында сыуаштарҙың район милли-мәҙәни йәмғиәте инициативаһы буйынса сыуаш мәҙәниәте аҙналығы башланды. Был сара Башҡортостанда иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә ойошторолған.

Саралар программаһы менән  райондың милли-мәҙәни үҙәктәре рәйестәре ҡатнашлығында «Йәштәрҙе тәрбиәләүҙә милли аспект» тип аталған түңәрәк өҫтәл, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе һәм Сыуаш дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, шулай уҡ райондың һәүәҫкәр коллективтары ҡатнашлығында байрам концерты планлаштырылған.  

Сыуаш мәҙәниәте аҙналығы 4 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

темалар: милли сәйәсәт