Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың урман хужалығы белгестәре квалификацияһын күтәрә

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының бер төркөм белгестәре «Урман хужалығы» белгеслеге буйынса ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеү тураһында дипломдар алды.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, өс ай дауамында 37 кеше урман хужалығында урман төҙөлөшө һәм урмансылыҡтан алып мәғлүмәт технологияларына тиклем 22 дисциплина буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алды. Тыңлаусылар йәнә уҙған йыл аҙағында Урман кодексына индерелгән төҙәтмәләрҙе тикшерҙе.  

Ҡыҫҡа арала бер нисә дисциплинаны бер юлы үҙләштереүҙең ярайһы ауыр булыуы арҡаһында белгестәрҙең күбеһе уҡыу срогын арттырырға, мәҫәлән, 500 сәғәттән 700-гә тиклем еткерергә теләк белдерҙе.  

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы белгестәрҙе әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, 2010 йылда 83 белгес Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында квалификацияһын күтәргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть