7 декабрь, Шаршамбы

28 март 2011 йыл, 16:00

Корея Өфөлә яҡтылыҡ-диодлы лампалар етештерәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Өфөлә яҡтылыҡ-диодлы лампалар етештереү буйынса берлектәге Корея-Рәсәй предприятиеһы ойоштороласаҡ. Башҡортостан етәкселеге алдында тейешле килешеүгә дүшәмбе көндө Корея Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡул ҡуйҙы.

Был проектҡа Корея Республикаһы бер нисә тиҫтә миллион һум инвестицияларға әҙер. Күҙалланыуынса, завод йылына 80 миллион яҡтыртҡыс сығарасаҡ һәм өс мең самаһы яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.  Яҡтыртҡыстар сәнәғәттә лә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта ла файҙаланыласаҡ.  

Дүшәмбелә үк Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Корея Республикаһы Хөкүмәтенең Урта һәм бәләкәй бизнес идаралығы начальнигы Ким Донг Сун етәкселегендәге Корея Республикаһы Хөкүмәте делегацияһы менән осрашыуы үтте.

Осрашыуҙан һуң хәбәрселәр менән аралашҡанда Ким Донг Сун әфәнде яҡтылыҡ-диодлы индустрияның һуңғы йылдарҙа Корея Республикаһында ҙур үҫеш алыуын билдәләне.

— Беҙҙең ватаныбыҙ тәбиғәт ресурстарына ярлы, һәм был беҙҙе юғары технологиялар өлкәһендә эшләргә мәжбүр итә, — тине ул. –Үҙебеҙҙең яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн беҙ Башҡортостанды нигеҙҙә республиканың географик яҡтан уңайлы ерҙә урынлашыуы арҡаһында һайланыҡ. Бынан яҡтылыҡ-диодлы яҡтыртҡыстарҙы бөтөн Рәсәйгә таратыуы уңайлы.

Ҡул ҡуйылған килешеү – Башҡортостан һәм Корея Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек өлкәләрен киңәйтеүгә беренсе аҙым. Ошоға тиклем беҙҙең республика менән был ил араһындағы иҡтисади бәйләнештәр насар үҫешкән ине. Ләкин, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов фекеренсә, беҙҙә бергәләп эшләрлек өлкәләр байтаҡ. Бәләкәй тоннажлы нефтехимия, машиналар эшләү, нефть ятҡылыҡтарын һәм ҡаты файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлектең перспективалы булыуы бар. Корея яғы ошо тармаҡтарҙа ла берлектәге предприятиелар ойоштороу менән ҡыҙыҡһына.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республика етәкселеге бөгөн Башҡортостанға Рәсәйҙең инвестициялар йәлеп итеү буйынса иң күркәм төбәге имиджын булдырыуҙы хәстәрләй, һәм шуға ла Корея инвесторҙарына беҙҙә эшләү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыласаҡ.