6 декабрь, Шишәмбе

28 март 2011 йыл, 12:36

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында уртаса хаҡ тотороҡло үҫә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған аҙнала Өфө буйынса икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 0,3 процентҡа артты. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, унан алдағы аҙнала Башҡортостандың баш ҡалаһында икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡ шулай уҡ 0,3 процентҡа күтәрелгәйне. Хәҙер ул 46,53 мең һум тәшкил итә. Бер бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар — 0,2 процентҡа, ике һәм өс бүлмәлеләр сегментында 0,3 процентҡа күтәрелде. Күп бүлмәле фатирҙар хаҡы 0,4 процентҡа артты.  

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге мәлдә ҡалала өс бүлмәле иң арзан фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны — 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 18 миллион һум тора. Был 230 квадрат метр майҙанлы дүрт бүлмәле фатир Киров урамында урынлашҡан.

Бүлмәләр сегментында тәҡдим ителгән минималь хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 кв. метр. Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.

Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны — 450 квадрат метр.