6 декабрь, Шишәмбе

28 март 2011 йыл, 12:09

Башҡортостанда һалҡын көндәр һаҡланасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанға уҙған аҙна аҙағында килгән һалҡындар йылы яҙғы һауа торошона юл ҡуйырға ашыҡмай. Гисметео мәғлүмәттәренә ярашлы, республика буйынса төнөн ун градус һыуыҡ буласаҡ. Айырым райондарҙа 15 градусҡа етеүе күҙаллана. Көндөҙ минус өс градустан бер градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.

Ваҡыты менән бер аҙ ҡар яуасаҡ.    

темалар: һауа торошо