4 декабрь, Йәкшәмбе

28 март 2011 йыл, 12:02

7 - 9 майҙа поездарға билеттар ике тапҡыр арзаныраҡ буласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Ағымдағы йылдың 7 майынан 9-ына тиклем Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә хәрәкәт иткән «ФПК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ араға йөрөүсе поездарында юл йөрөүгә тарифтар ике тапҡырға кәметеләсәк. Был көндәргә билеттар һатыла башлаған да инде, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенән.

Ғәмәлдәге тарифтарҙы һығылмалы көйләү графигына ярашлы, 7 — 9 май осоронда «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлекдек предприятиеһы — «Федераль пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең алыҫ араға йөрөүсе поездарында юл йөрөүгә кәметеүсе 0,5 коэффициенты ҡулланыласаҡ. Бөтөн төр вагондарҙа ла (плацкарт, купе, СВ) юл йөрөү хаҡы уртаса йыллыҡ хаҡтан ике тапҡырға түбән буласаҡ.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рәсәй тимер юлдары селтәрендә һығылмалы тарифтарҙы көйләү графигы файҙаланыла. Тарифтар үҙгәртелгән осорҙарҙы белеп, пассажирҙар сәфәрҙәрен алдан планлаштыра һәм транспорт сығымдарын кәметә ала.