Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Бөрйән районының өс ауылы «2011 йылғы айыҡ ауыл» конкурсына ҡушылды

Сәйәсәт

Бөрйән районының Әтек, Ҡолғона һәм Иҫке Монасип ауылдары «2011 йылғы айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыуға бер үк ваҡытта заявка бирҙе. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Айыҡ Башҡортостан» йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Роберт Дәүләтшин хәбәр итте.

Йәмғеһе 19 ауыл биләмәһе конкурста ҡатнашыуға теләк белдергән. Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа алкоголгә ҡаршы саралар үткәрелә башлаған да инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, «2011 йылғы айыҡ ауыл» республика конкурсы  заявкаларҙы 1 апрелгә тиклем генә ҡабул итә. Алкоголгә ҡаршы кампания Бөтөн донъя башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты, республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте менән ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть