Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә күренекле дипломат Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара конференция үтте

Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостанда тыуып үҫкән күренекле дипломат Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Рәсәй һәм ислам донъяһы: үҙ-ара цивилизациялы бәйләнештәр тарихы һәм перспективаһы» халыҡ-ара конференцияһы үтте. Конференцияны Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, БР Хөкүмәте, Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, БР Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университеты һәм «Райт» кинокомпанияһы ойошторҙо. Фәнни форумда Рәсәйҙең бихисап төбәктәренән һәм сит илдәрҙән күренекле дипломаттар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

26 мартта Өфөнөң Конгресс-холында конференцияның пленар ултырышы үтте. Унда РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты.

Пленар ултырышта Кәрми Хәкимовтың сәйәси мираҫының төрлө аспекттары һәм уның  ватан дипломатияһы үҫешенә йоғонтоһо, Рәсәйҙең Яҡын Көнсығышҡа бәйле тышҡы сәйәсәтенең көнүҙәк мәсьәләләре, хәҙерге заманда ислам эволюцияһы, ислам радикализмы проблемаларына яңы концепциялар һәм алымдар күҙлегенән сығып ҡарау һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса форумдың резолюцияһы ҡабул ителде.

Пленар ултырыштан һуң «РАЙТ» кинокомпанияһы менән төшөрөлгән «Кәрим Хәкимов. Кремлдең Яҡын Көнсығыш вәзире» документаль фильмының премьераһы үтте.

Фәнни форум уңайынан күргәҙмәләр эшләне, улар араһында төп урынды Кәрим Хәкимовтың тормош юлын сағылдырған фотоэкспозиция биләне. БР Үҙәк дәүләт тарих архивы —  Кәрим Хәкимовҡа арналған революцияға тиклемге ғәрәп графикаһында яҙылған иҫке төрки телендәге мосолман баҫмаларын, совет китаптарын, «Ғилем» нәшриәте дипломат тураһындағы китаптар һәм брошюраларҙы тәҡдим итте. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — башҡорт яҙыусылары китаптарын, «Китап» нәшриәте — ислам әҙәбиәтен, ә «Башҡортостан энциклопедияһы» белешмәләр һәм ғилми йыйынтыҡтарҙы күргәҙмәгә ҡуйҙы. Форумда ҡатнашыусылар иғтибарына йәнә «Донъя мәсеттәре» коллекцияһы ла тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть