9 декабрь, Йома

28 март 2011 йыл, 10:18

Рөстәм Хәмитов: «Тап Кәрим Хәкимов Рәсәйҙе Ғәрәп донъяһы менән бәйләргә тейеш кеше булған»

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Күренекле ватан дипломаты, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимов – Ғәрәп донъяһы менән Рәсәй, СССР, араһында цивилизация күпере һалырға тейеш булған кешенең нәҡ үҙе. Шундай фекерен белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кәрим Хәкимовтың 120 йыллығына арналған «Рәсәй һәм ислам донъяһы: үҙ-ара цивилизациялы эш итеү тарихы һәм перспективаһы» халыҡ-ара конференцияһының пленар ултырышында.

Бындай бер-береһенән ныҡ айырылған мәҙәниәттәр араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыуҙа Кәрим Хәкимовҡа әсә һөтө менән һеңдерелгән ислам нигеҙҙәре ярҙам иткән. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, күптән түгел Сауд Ғәрәбстанына эш сәфәре барышында уның үҙенең дә Кәрим Хәкимов эшмәкәрлеге емештәрен тойорға мөмкинлеге булған.

— Иҡтисади форум булһынмы ул, Король ғаиләһенә визитмы, һәр осрашыу, һәр һөйләшеү Кәрим Хәкимовтың Сауд Ғәрәбстанының суверенитетын беренсе булып таныған дәүләт вәкиле булыуынан башланды, — тип билдәләне төбәк башлығы.

Ғәрәп донъяһы һәм Рәсәй, Башҡортостан, илебеҙҙең башҡа республикалары араһындағы бәйләнештәр, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, үҫешергә тейеш. Һәм әлеге конференция ошо үҫешкә булышлыҡ итә, сөнки ул Рәсәйҙең Ислам донъяһы менән мөнәсәбәттәренең тарихы кеүек үк бай темаға ҡағыла.

Башҡортостан территорияһында, шулай уҡ Волга буйында ла Ислам дине ҡабул ителеүенең мең йыллыҡ тарихы бар. Бында хәҙер ҡырҡынсы быуын кешеләре ислам динен тота. Ул башҡорт, татар, башҡа халыҡтар тормошоноң да асылына әйләнгән.  

— Ошо мең йыл төрлө конфессия вәкилдәренең татыулыҡта, тыныслыҡта, гармонияла йәшәүен күрһәтте, — тине Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, низағтар ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа булды, ләкин дини нигеҙҙә түгел, ә ҡыҫырыҡлауҙарға, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәш нигеҙендә. Төбәгебеҙҙә дини һуғыштарҙың булғаны юҡ. Был – төрлө халыҡ вәкилдәре араһында тыныслыҡты һаҡлау – ошонда йәшәгән кешеләрҙең бөйөк ҡаҙанышы. Һәм ул ҙур баһаға лайыҡ.