Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

«Рәсәй һәм Ислам донъяһы» конференцияһы йыл һайын үткәреләсәк

Сәйәсәт

Рәсәйҙең Ислам донъяһы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәренә арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы традицион сараға әүереләсәк. Был хаҡта яҡташыбыҙ, күренекле сәйәси эшмәкәр Кәрим Хәкимовтың 120 йыллыҡ юбилейына арналған конференцияның пленар ултырышында Башҡортостан Президены Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

— Был конференцияның йыл һайын үткәреләсәк сараға әйләнеү ихтималлығы ҙур, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ләкин шуныһы асыҡ: беҙ бындай конференцияларҙы мотлаҡ үткәрәсәкбеҙ. Һәм уның ниңә Башҡортостанда үткәрелергә тейешлеге лә аңлашыла. Был территорияла мең йыл инде ислам дине тотола.

Рәсәй менән Ислам донъяһы мөнәсәбәттәре темаһының, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, сиге юҡ. Шуға күрә ул йыл һайын тикшереүҙе һәм фекер алышыуҙы талап итә.

— Беҙҙең маҡсат — кешеләргә ислам диненең хеҙмәттәшлеккә өндәүсе, тыныслыҡ яҡлы, традицион конфессия булыуы хаҡында мәғлүмәт еткереү, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ислам – ул изгелек һәм тыныслыҡ, ә низағтар дине түгел, кешеләргә тап ошоно төшөндөрөү мөһим.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть