10 декабрь, Шәмбе

25 март 2011 йыл, 18:12

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында Район ҡоролтайы рәйесе һайланды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында район башҡорттары ҡоролтайы үтте, унда ҡоролтай рәйесе итеп Герс Ғаттаров һайланды, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең мабуғат секретары Михаил Хәбиров.

Ҡоролтайҙа йәнә башҡорт мәҙәниәтен, телен, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү һәм үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Ҡоролтай сиктәрендә район мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының аш-һыуы һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторолдо.

Белешмә өсөн. Ҡоншаҡ районы Башҡортостан хөкүмәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди күрһәтмәһе буйынса 1917 йылда Бөтөн башҡорт ҡоролтайы ҡарары менән ойошторолған. Был осорҙа ул Башҡорт Республикаһының Арғаяш кантоны составына ҡарай. 1934 йылда район Силәбе өлкәһе составына индерелә.

1993 йылда Ҡоншаҡ районында «Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү» программаһы ҡабул ителә, һәм район башҡорттары ҡоролтайҙары уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша башлай. 1997 йылдың мартында Ҡоншаҡ ауылында 300 самаһы делегат ҡатнашлығында беренсе район ҡоролтайы үтә. Был ҡоролтайҙа шулай уҡ Ҡоншаҡ районы хакимиәте, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре ҡатнаша. Ҡоншаҡ районы етәкселеге Башҡортостан менән иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуын дауам итә. Ҡоншаҡ районы менән Учалы ҡалаһы һәм районы араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

темалар: ҡоролтай