5 декабрь, Дүшәмбе

25 март 2011 йыл, 10:28

Палестина башлығы Мәхмүд Аббас Башҡортостан Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы итеп һайланды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Палестина милли хакимиәте башлығы Мәхмүд Аббас Рәсәй Федерацияһына эш сәфәре барышында Өфөгә килде. Был визит ике яҡлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү — Палестина милли хакимиәтенең Рәсәй субъекттары менән хеҙмәттәшлеген көйләү сиктәрендә үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Рәсәйгә элегерәк килгәнендә Мәхмүд Аббас бер нисә мосолман төбәгендә —Чечняла, Дағстанда һәм Татарстанда булғайны.

Кесаҙна көндө Палестина милли хакимите башлығы Өфө дәүләт нефть техник университетында булды, унда профессорҙар-уҡытыусылар составы һәм студенттар алдында лекциялар менән сығыш яһаны. Унда ул Палестина менән Израиль мөнәсәбәттәренең ябай булмаған аспекттарына ла ҡағылды.

— Беҙ тыныслыҡҡа өндәйбеҙ, татыу күршеләр булып тыныс йәшәү яҡлыбыҙ һәм беҙҙең төбәктә, донъяла закондарға, ғәҙеллеккә нигеҙләнгән тыныслыҡ урынлашһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ,— тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Лекцияны тыңлаған Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында, Палестинаның тыныслыҡҡа ынтылышы ҙур хөрмәт уята, тип билдәләне.  

— Кешеләр тормошонда иң мөһиме –тыныслыҡ. Тыныслыҡ ҡына кешеләрҙе бәхетле итә, — тине төбәк башлығы. – Тыныслыҡ кешеләргә иртәгәһе көнгә ышаныс бирә, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нормалләштереүгә алып килә.

Палестина лидерына мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов Мәхмүд Аббастың бар донъяға билдәле халыҡ-ара эшмәкәр, күренекле ғалим булыуын билдәләп үтте.  

—Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы үҙенең ултырышында һеҙҙе БР Фәндәр академияһының тарих фәне буйынса сит ил ағзаһы итеп һайланы, — тине республика башлығы.

Республика академиктары берләшмәһе исеменән Рөстәм Зәки улы Мәхмүд Аббасҡа тейешле диплом тапшырҙы.  

ӨДНТУ ректоры Айрат Шаммазов үҙ сиратында абруйлы ҡунаҡтарға 60 йыллыҡ тарихы булған юғары уҡыу йорто хаҡында һөйләне.  

— 2011 йылдың июнендә илебеҙ һәм башҡа дәүләттәрҙең яғыулыҡ-энергетика комплекстары өсөн әҙерләнгән сығарылыш уҡыусыларыбыҙ 80 меңдән ашты. Улар араһында 60 сит илдән вәкилдәр бар. Бөгөн университетта Рәсәй Федерацияһының 56 төбәгенән һәм 41 сит дәүләттән 18 мең студент һәм аспирант уҡый. Хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланған белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорттары рейтингыһында ӨДНТУ Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Н.Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Санкт-Петербург тау университеты, Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты кеүек вуздар араһында беренсе урындарҙы бүлешеүсе лидерҙар араһында тора. Вуз тамамлаусыларға эш биреүсе эре компаниялар иҫәбендә «Транснефть», «Роснефть», «Газпром», «Шлюмберже» һәм башҡалар бар.

Айрат Шаммазов Мәхмүд Аббасҡа ӨДНТУ-ның уҡыуҙы почетлы тамамлаусыһы билдәһен тапшырҙы.

Награданы ҡабул итеп, Палестина милли хакимиәте башлығы үҙенә бындай юғары исем бирелеүенең «беҙҙең халыҡтар һәм илдәр араһындағы дуҫлыҡты,туғандарса бәйләнештәрҙе нығытыуға хеҙмәт итәсәген» белдерҙе.

Осрашыу аҙағында Мәхмүд Аббас һәм Рөстәм Хәмитов университеттың абруйлы ҡунаҡтары кенәгәһендә яҙыуҙар ҡалдырҙы.