10 декабрь, Шәмбе

25 март 2011 йыл, 10:21

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы эш сәфәре менән Палестинаға быйыл уҡ барасаҡ

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Палестина милли хакимиәте башлығы Мәхмүд Аббас Башҡортостан Республикаһы менән Палестина автономияһы хеҙмәттәшлеге перспективаларын юғары баһалай. Был турала улар осрашыу һуңында журналистарға белдерҙе.

— Был беҙҙең Башҡортостан Республикаһына тәүге килеүебеҙ, беҙ республика менән саҡ таныша башланыҡ һәм бер визит менән генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ,— тине Мәхмүд Аббас. — Делегациялар менән алмашыу хаҡында һөйләшеп килештек һәм беҙҙең бйләнештәр тағы ла ҙурыраҡ, яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә килтерер, тип ышанабыҙ.

Рөстәм Хәмитов Мәхмүд Аббастың Башҡортостанға килеүенең мөһим ваҡиға булыуын билдәләне.

— Был беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең башы ғына икәнлеген аңлайбыҙ, уларҙың аныҡ эштәр менән тулыланыуы һуңыраҡ буласаҡ,— тип билдәләне республика Президенты. — Шулай ҙа беҙ бөгөн үк шуны әйтә алабыҙ: Башҡортостан Республикаһында Палестинанан студенттар уҡый, беҙҙә республиканан Палестинаға, шулай уҡ Палестинанан беҙгә ташырлыҡ тауарҙар бихисап. Шуға ла ике аралағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәренең ҙур булыуы аңлашыла.  

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Палестинаға сәфәре быйыл уҡ планлаштырыла, тип өҫтәне.