9 декабрь, Йома

25 март 2011 йыл, 15:40

Ирина Роднина Рөстәм Хәмитовҡа спортты мәктәпкә индереү буйынса яңы проекттар тәҡдим итте

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

Өфөгә эш сәфәре сиктәрендә билдәле фигуристка, өс тапҡыр Олимпия чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты кесаҙна көндө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты.

Ирина Роднина республика Президентына Рәсәй Мәктәп спорты федерацияһы менән күрһәтелгән мәктәп мәғарифына спортты индереү проекттарын яҡларға тәҡдим итте.

— Беҙҙең программаның асылы уҡыу йорттары территорияһында тейешле финанслау менән мәктәп спорт клубтарын, мәктәп спорты фестивалдәре һәм ярыштары системаларын, физик тәрбиә биреү уҡытыусыларын әҙерләү һәм семинарҙар системаларын, яңы методикалар индереүҙе, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуҙы ойоштороуҙан ғибәрәт.

Ирина Роднинаның һүҙҙәренсә, Рөстәм Хәмитовҡа Мәктәп спорты федерацияһы башланғыстары ҡыҙыҡлы күренгән, һәм яҡын арала ул ниндәй мәктәптәрҙә яңы проекттар индереләсәге хаҡында яуап ҡайтарасаҡ.

— Илебеҙҙең йәш гражданына спорттың мода түгел, ә йәшәйеш өсөн кәрәкле булыуын күрһәтеү — беҙҙең өсөн иң мөһиме, — тип билдәләне Ирина Роднина. — Спорт — ул кешенең тәүге хоҡуҡи белеме, сөнки һәр спорт төрөнөң үҙенең ҡағиҙәләре һәм закондары бар.