10 декабрь, Шәмбе

25 март 2011 йыл, 15:09

Легендар, әммә ябай Ирина Роднина Өфө балаларына фигуралы шыуыу серҙәрен өйрәтте

автор: Дмитрий Слезин | автор фотоһы

Кесаҙна, 24 мартта, Өфөлә эш сәфәре менән өс тапҡыр Олимпия чемпионы, атҡаҙанған спорт мастеры, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Роднина булды.

Башҡортостандың баш ҡалаһы буйынса тығыҙ эш сәфәре графигында Ирина Константиновна балаларға ла ваҡыт тапты. Рихард Зорге урамындағы Спорт һарайы боҙонда үткәрелгән мастер-класын ул тап йәш фигуристарға арнаны.

Спорт һарайына визитында бар донъяға билдәле данлыҡлы спортсыны Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин оҙатып йөрөнө.

Ирина Константиновна конькиға баҫты һәм, көйәрмәндәренән, балаларҙың ата-әсәләренән, Өфөнөң фигуралы шыуыу мәктәбе тренерҙарынан, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән торған тере коридорҙы йырып үтеп, балаларға боҙҙа төп элементтарҙы һәм күнегеүҙәрҙе күрһәтте, йәш спортсыларға хас типик хаталарҙы билдәләп китте.  

Ҙур булмаған 15 минутлыҡ дәрестән һуң Ирина Роднина республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуға ашыҡты.

— Ғәфү ит, ҡояшҡай, миңә һуңларға ярамай, — тине Ирина Константиновна уның менән оҙағыраҡ аралашырға теләгән 5 йәшлек фигурист ҡыҙыҡайға, һәм оҙатып йөрөүселәре араһына инеп юғалды.