8 декабрь, Кесе йома

25 март 2011 йыл, 14:00

Рөстәм Хәмитов һәм Руслан Аушев Өфөлә БДБ илдәренең ветерандар ойошмаларын йыйыу тураһында һөйләшеп килеште

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Олег Яровиков

Кесаҙна, 24 мартта, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Берләшмә ағзаһы дәүләттәренең хөкүмәт башлыҡтары Советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитет рәйесе Руслан Аушев менән осрашты.

БР Президенты һәм Комитет башлығы Берләшмә илдәре ветерандар ойошмаларының Координацион Советын 20 апрелдә Өфөлә үткәреү тураһында һөйләшеп килеште.

Руслан Аушев һүҙҙәренсә, Башҡортостан бындай сараны үткәреү өсөн осраҡлы һайланмаған: республика БДБ-ның географик үҙәгендә урынлашҡан.

— Бында Ингушетия Президенты булараҡ килгән осорҙан уҡ республика етәкселеге менән йылы мөнәсәбәттәр һәм Өфө хаҡында яҡшы хәтирәләр һаҡлана миндә, — тине Руслан Аушев. Уның әйтеүенсә, ул Рөстәм Хәмитовҡа Координацион Советты Өфөлә үткәреү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән, һәм Башҡортостан Президенты фатиха биргән.  

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Координацион Советты бишлегә үткәрәсәк һәм Берләшмә илдәре делегацияларын ҙур ихласлыҡ менән ҡабул итәсәк, тип билдәләне.  

Координацион Советта хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү, ветерандарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк.