Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы инженер - 2011» конкурсына заявкалар ҡабул ителә

Йәмғиәт

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын үткәрелеүсе «Хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы инженер» республика конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә башланы.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, профессияла иң яҡшыһы исеменә хеҙмәт һаҡлау буйынса инженер вазифаһында бер йылдан да кәм эшләмәгән белгестәр дәғүә итә ала. Үҙ аллы ҡатнашыусылар ҙа, ойошмаларҙан күрһәтелгәндәр ҙә конкурсҡа үткәрелә.  

Конкурс алты этаптан тора: «Компьютерҙа тест үтеү», «Хәүефһеҙлек знактары, терминдарҙы билдәләү, индивидуаль һаҡлыҡ саралары», «Документты теүәл белеү», «Ситуацион мәсьәлә», «Зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү» һәм «Рәсәйҙә хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индереү».

Һөнәри ярыш 28 апрелдә билдәләнәсәк Бөтә донъя хеҙмәт һаҡлау көнөнә ҡарата үткәрелә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть