10 декабрь, Шәмбе

25 март 2011 йыл, 12:05

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү кәмей

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйылғы йылдың ике айында Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү уҙған йыл менән сағыштырғанда бер аҙ кәмене. Ҡоролоҡ эҙемтәләре һиҙелә. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, ғинуар-февралдә республикала һуғымға тереләй ауырлыҡта 51,1 мең тонна мал һәм ҡош-ҡорт үрсетелгән.  Был уҙған йыл кимәленә ҡарата 81,1%. Шул уҡ мәлдә етештерелгән иттең яртыһынан ашыуы шәхси хужалыҡтарға тура килә — 31,3 мең тонна. Ауыл хужалығы предприятиеларында – 17,9 мең тонна, былтырғы кимәлгә ҡарата был 97% тәшкил итә.

Һөт тә республикала йыл башынан алып аҙыраҡ һауылған. Ике айҙа 206,6 мең тонна – уҙған йылдағы кимәлгә ҡарата 25 процентҡа тиерлек кәмерәк.

Йомортҡа етештереү ҙә бер аҙ кәмегән — 5,7 процентҡа. Ике айҙа республика тауыҡтары йәмғеһе 164,6 миллион дана йомортҡа һалған.