2 декабрь, Йома

25 март 2011 йыл, 10:33

Өфөлә Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара конференция асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөлә күренекле совет дипломаты – Яҡын Көнсығышта «Ҡыҙыл паша» исеме менән билдәле Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Рәсәй һәм Ислам донъяһы: үҙ-ара цивилизациялы бәйләнеш тарихы һәм перспективалары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башланы. Рәсәйҙең Ислам донъяһы дәүләттәре менән мөнәсәбәттәр булдырыу тәжрибәһен тикшереү – конференцияның төп маҡсаты.

Конференцияны ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, БР Хөкүмәте, Рәсәй фәндәр академияһының Көнсығыш илдәрен өйрәнеү институты, Рәсәй фәндәр академияның Өфө ғилми үҙәге, БР Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университеты һәм «Райт» кинокомпанияһы. Фәнни форумда күренекле дипломаттар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Рәсәй, Азербайжан, Үзбәкстан, Болгария, Бельгия, Голландия, Сауд Ғәрәбстаны, Франция, АҠШ, Япония киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша. Конференция ике көн дауам итәсәк.

Бөгөн Өфөнөң Конгресс-холында «Көнбайышта һәм Көнсығышта Ислам: цивилизациялар диалогы», «Күп конфессиялы Рәсәй тарихында һәм мәҙәниәтендә Ислам», «Көнсығышта ватан дипломатияһы» кеүек түңәрәк өҫтәлдәр үтә.

Кисен конференцияла ҡатнашыусылар өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы мотивтары буйынса театрлаштырылған тамаша үтәсәк.

Шәмбе, 26 мартта конференцияның пленар ултырышы үткәрелә.